Шайморатов кластарынан 100-яҡын бала ҡатнашты. Хәрби-спорт байрамы хаҡында киләһе яҙмала.
Баймаҡ полилингваль күп профилле лицейинтернаттында Шайморатовсы исемен йөрөткән 4 класс эшләй. Улар өсөн махсус кейемдәр тегелгән, уҡыу программаһы ла хәрби әҙерлек яғынан байытылған. Район мәҙәниәт йортонда үткән беренсе Шайморатовсылар балында уҡыусылар строй буйынса әҙерлегенкүрһәтте, берҙәм ант бирҙе. Унан йәш шайморатовсылар башҡорт вальсына төштө.
Йәш шайморатовсы булыу-ҙур яуаплылыҡ. Яҡшы уҡырға, яңы белем алырға ынтылырға, спортты яратырға һәм әлбиттә, илһөйәр булырға кәрәк. Бал аҙағында Шайморатосыларҙыңуҡыуҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән, олимпиадаларҙа, ижади һәм фәнни конкурстарҙа, хәрби-спорт ярыштарында призлы урын яулаусылары бүләкләнде.
Рүзилә Ғүмәрова