Махсус хәрби операция башланыу менән Иглин районында 20-гә яҡын ирекмәндәр төркөмө төҙөлә. Урман ауылы халҡы ла изге эштән ситтә ҡала алмай. Ике йыл элек фронтҡа ярҙам итеү маҡсатында штаб ойошторола, урындағы халыҡ маскировка селтәрҙәре үреү, окоп шәмдәре ҡойоу, йылы ойоҡбаштар бәйләү эшенә тотона.
Урман ауылындағы ирекмәндәр штабы эшмәкәрлеге менән Иглин районы хакимиәте башлығы ла танышты. Былтыр ирекмәндәр штабы 600 мең һумдан ашыу аҡса йыйған. Был суммаға маскировка селтәрҙәре үрер өсөн туҡыма, окоп шәмдәрен эшләү өсөн парафин һатып алынған. Алғы һыҙыҡҡа генератор, бензобысҡы, газ баллондары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатылған.