Петровское ауылының Мәктәп урамында торлаҡ йортта янғын сыға. Ваҡиға урынында 71 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла. Әле урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәүтикшереүселәр эшләй. Ҡотҡарыусылар эшләп торған электр ҡорамалдарын ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, түшәктә тәмәке тартмаҫҡа кәңәш итә. Бәләгә тарыған осраҡта 101 йәки 112 ҡыҙыу линияһына хәбәр итегеҙ.