Башҡортостан Дүәләт хеҙмәт инспекцияһы Өфөләге шәхси медицина клиникаларының береһендә тикшереү башлаған. Медицина үҙәге етәкселеге үҙ хеҙмәткәрҙәренә былтырҙан алып эш хаҡын түләмәй. Клиниканың ябылыуы һәм эшһеҙ ҡалыуҙары тураһында ла бер көн эсендә хәбәр итәләр. Намыҫлы эшләп тапҡан аҡсаларын көткән белгестәр менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Шәфҡәт туташы булып эшләгән Эльвира Хәсәнова башҡа хеҙмәткәрҙәр кеүек үк медицина үҙәгенә инә алмай. Беҙ ябылабыҙ, әммә һеҙгә үҙ теләгәгеҙ буйынса эштән китеү тураһында ғариза яҙырға кәрәк. Бындай шарттарҙы клиника етәкселеге ҡуя.
Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһында эшләгән медицина үҙәге Өфөләге филиалын яҡынса өс йыл элек аса. Умыртҡа һөйәге, быуындарҙы дауалауҙа махсуслашҡан клиника заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Пациенттар тарафынан ялыуҙар булманы, үҙ эшебеҙҙе яуаплы башҡарҙыҡ, ти хеҙмәткәрҙәр. Әммә былтыр марттан һуң эш хаҡында тотҡарлыҡтар башлана.
Клиника етәкселеге Силәбе ҡалаһында урынлашҡан, беҙҙең һәм медицина үҙәге хеҙмәткәрҙәренең шылтыратыуҙарына яуап бирмәй. Зыян күреүсе медиктар Башҡортостан Дәүләт хеҙмәт инспекцияһана мөрәжәғәт иткән. Ведомствола эш хаҡын түләмәү һәм эштән китеү тураһында ғаризаны мәжбүри яҙҙырыу тураһындағы мөрәжәғәттәр тикшерелә.
Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы эш хаҡын түләтеүҙә ярҙам итергә вәғәҙәләй. Ә бына үҙ теләге буйынса эштән китеү тураһында ғаризаға ҡул ҡуйып өлгөргәндәргә, был документты мәжбүри яҙғандарын судта иҫбатларға кәрәк буласаҡ.
Әлфинә Килдейәрова