«Ҡариҙел» район гәзите яңы бина туйлай! 63 йылдан ашыу «Ҡариҙел» район гәзите редакцияһы иҫке бүрәнә йортта урынлаша, ваҡыт үтеү менән ул авария хәленә килә. Бинала эшләү йылдан-йыл ҡатмарлы ғына түгел, хатта хәүефле була. 2025 йылдың көҙөндә, оҙаҡ фекер алышыуҙарҙан һуң, төҙөлөш башлана. Яңы бина «Башҡортостан республикаһы» нәшриәт йортоноң үҙ аҡсаһына төҙөлгән һәм хәҙерге Башҡортостан тарихында тормошҡа ашырылған беренсе ошондай проект булып тора.
Яңы офисты тантаналы асыу сараһында билдәләнеүенсә, Ҡариҙел районы мәғлүмәт үҙәгендә үҙ эшенең оҫталары эшләй. Коллектив уҡыусылар һанын һәм социаль селтәрҙәге аудиторияны киңәйтеү йәһәтенән бар көсөн һала. Баҫма район һәм тотош республика өсөн мөһим булған темаларҙы һәм ваҡиғаларҙы яҡтырта. «Артабан да емешле эшләү өсөн уңайлы шарттар булыуы мөһим. Тәү сиратта хеҙмәткәрҙәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн модуль бина төҙөлдө,»- тине Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев. Шулай уҡ тантаналы сарала район журналистикаһы ветерандары ла ҡатнашты. Улар фекеренсә, эш өсөн заманса шарттар редакция хеҙмәткәрҙәренең ижади һәм профессиональ үҫешенә яңы офоҡтар асасаҡ.