Һауа шарттарына бәйле, бөгөн иртән М-5 «Урал» федераль трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнде.Ваҡытлыса сикләү М-5 «Урал» трассаһының 1480-се километрынан 1548-се километрына тиклемге арауығында пассажир автобустары, маршрут таксиһы һәм йөк танспортына индерелгән. Был юл участкаһы Башҡортостан Республикаһы, Ырымбур өлкәһе һәм Татарстан аша үтә. Водителдәргә сикләү ваҡытына альтернатив маршрут һайларға һәм юлда иғтбарлы булырға кәңәш ителә. Ашығыс хеҙмәттәр телефоны-112.