Иглин районының Иҫке Юрмаш ауылында «Сәләм» мәсете асылды

Иглин районының Иҫке Юрмаш ауылында тантаналы рәүештә «Сәләм» мәсете асылды. Ярты йыл элек төҙөлә башлаған иман йорто халыҡ һәм бағыусылар тырышлығы менән сафҡа ингән.

Иҫке Юрмашта революцияға тиклем мәсет булған, репрессия йылдарында уның манараһы ҡолатылған. Был урында имам-хатиб йәшәгән, артабан клуб урынлашҡан. Район етәкселеге, эшҡыуарҙар, ауыл халҡы тырышлығы менән ыҡсым ғына мәсет һалынған.

Мәсет асыу тантанаһына Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин килде. Ул һуңғы йылдарҙа халыҡтың дингә ҡайтыуын, илдә ғибәҙәтханаларҙың күбәйеүен телгә алды.

Мәсеттең имам-хатибы Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты ҡарамағындағы ислам университеты уҡытыусыһы Әбделкәрим Иҙелбаев йәш быуынға дини белем биреү буйынса уҡыуҙар үткәрәсәк. Ауыл халҡы, ниһайәт, йома намаҙҙарына йыйыласаҡ, Ураҙа, Ҡорбан байрамдарын бергәләп уҙғарасаҡ.