Өфөлә Волга буйы округында иң ҙур мәктәп киләһе аҙнала ишектәрен аса

Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров  яҙа. Уҡыу йорто Кузнецов затонында урынлашҡан. - Микрорайон яңы, балалар күп. Халыҡҡа түҙемлеге өсөн рәхмәт. Февраль аҙағына тиклем Әбйәлил районы  Асҡар ауылында яңы мәктәп асыла. Бында лицензия алыу буйынса эш бара. 2026 йылда Стәрлетамаҡта, Нефтекама һәм Өфөлә мәктәптәр асыу планлаштырыла. Киләһе йылда Республика математика лицей-интернаты файҙаланыуға тапшырыла, -ти Радий Хәбиров.