Башҡортостанда төҙөлөш форумы уҙғарыла

Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, "УралСтройИндустрия" 25-27 февралдә үтә, унда тармаҡтағы алымдар ҡарала, тәжрибә уртаҡлашалар, Башҡортостандың инвестиция ҡеүәте менән таныштырыу ҡаралған. Был форум "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы ойошторола.