Башҡортостан парашютсылары Рәсәй Кубогын яуланы

Түбәнге Тагил ҡалаһында  парашют-тау саңғыһы икеалышы буйынса  ярыштар үтте.  Беҙҙең республика вәкилдәре  6 алтын һәм  3 көмөш миҙалға лайыҡ булды, тип  хәбәр итәләр Спорт министрлығынан.  Башҡортостан ир-егеттәр командаһы алтын миҙал яуланы.  Ҡатын-ҡыҙҙар көмөш награда  алды.