Республикала йәш сәсәндәр конкурсы старт алды

Ижади бәйгелә мәктәп уҡыусылары, урта уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша ала. Быйыл сара Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылына арнала. Йәш башҡарыусылар башҡорт эпостарынан өҙөктәр башҡара. Ғаризалар 24 мартҡа тиклем ҡабул ителә. Йомғаҡлау сараһы  Сибай ҡалаһында үтә.