Март аҙағында Истамбул ҡалаһына бизнес-сәфәр планлаштырылған. - Төркиә Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 2-се урында тора. Был сәфәрҙә ҡатнашыусылар өсөн, яңы баҙарға сығыу, һатып алыусылар менән тура һөйләшеүҙәр уҙғарыу мөмкинлеге була, тине Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Бизнес-миссия "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы ойошторола.