Индексация 1 апрелдән була, айлыҡ түләүҙе 6,8 процентҡа арттырыу планлаштырыла, тип белдерҙе Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков. Индексация ил буйынса 4 миллион 300 мең кешегә ҡағыла. Социаль пенсия төрлө сәбәптәр арҡаһында страховка пенсияһы өсөн хеҙмәт стажын тултыра алмаған граждандарға түләнә.