Махсус программаны Рәсәйҙең халыҡ артисы Сергей Безруков етәкләй. Мәҙәниәт министрлығынан белдереүҙәренсә, ул ике йүнәлеште эсенә ала, - яҡшы спектаклдәр, кино һәм йәнһүрәттәр күрһәтелә. Икенсе йүнәлеш - мәғариф программаһы. Фестиваль барышында ижади осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Балалар байрамы 27 майҙан 2 июнгә тиклем була.