Радий Хәбиров мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек системаһын көсәйтеү бурысын ҡуйҙы

Эмоцияларға бирелмәҫкә-мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек системаһын көсәйтергә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мәғариф учреждениеларында ғәҙәттән тыш хәл осраҡтарын иҫкәртеү, күп яҡлы профилактика эшен ойоштороу маҡсатын ҡуйҙы. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк башлығы республиканан ситтә белем алған студенттарға Башҡортостан учреждениеларында һөнәри практика һәм стажировка үтеү өсөн Кадрҙар үҙәген ойоштороу мәсьәләләренә туҡталды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.

Уҙған аҙнала Өфөнөң 16-cы мәктәбендә һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты ятағында теркәлгән Ғәҙәттән тыш хәл осраҡтарынан һуң Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡыҙыу эмоцияларға бирелмәйенсә, уларҙы ентекле тикшереп, хәүефһеҙлек системаһын көсәйтеү маҡсатын ҡуйҙы.

Республика етәксеһе мәктәптәрҙә буллинг кеүек күренеш менән етди эш алып барыу маҡсатын ҡуйҙы. Ғәҙәттән тыш осраҡтар буллинг һөҙөмтәһендә булған осраҡта учреждение етәкселеген вәкәләттәренән бушатып яуаплылыҡҡа тарттырыу кәрәклеге билдәләнде.

Көн тәртибендә Радий Хәбиров республикала төҙөлгән яңы мәктәптәрҙе иғтибарға алды. Киләһе аҙнала баш ҡаланың Кузнецов Затонында Волга буйы федераль округында иң ҙур мәктәпте асыу тантанаһы күҙаллана. Республика буйынса быйыл яңы 6 мәктәп сафҡа индереләсәк тип көтөлә.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканан ситтә белем алған яҡташтарҙың практика һәм стажировкаһын ойоштороу һорауҙарына туҡталды. Башҡортостан башлығы хакимиәте, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай кеүек учреждениеларында бөгөн ун студент практика үтә. Башҡортостандың ҙур предприятиелары менән тура бәйләнеш үткәреү өсөн Йәштәр өсөн кадрҙар үҙәге ойоштороу маҡсаты ҡуйылды.

Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров фехтование буйынса донъя кубогында еңеү яулаған команда ағзаларын тәбрикләне. Спортсылар Туниста үткән ярышта алтын миҙалдар яңлап Бразилияла Рио-де Жанейро ҡалаһында уҙасаҡ донъя беренселегендә сығыш яһарға әҙерләнә.

Ф.Миһранова