Өфөлә фотожурналистика мэтры Рәйеф Баҙыҡов «Журналистика ветераны» миҙалына лайыҡ булды

Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың фотожурналистика мэтры Рәйеф Баҙыҡов Рәсәй Журналистар союзының почет билдәһе «Журналистика ветераны» миҙалы менән бүләкләнде. Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев ҡул ҡуйған танытманы Башҡортостан союзы етәксеһе Вәдүт Исхаҡов тапшырҙы. Фоторәссам быйыл 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Рәйеф Карам улы ҡунаҡтарға үҙенең оҙайлы йылдар йыйған фотоларҙан торған күргәҙмәһен тәҡдим итте. Танытма менән шулай уҡ, 85 йәшен билдәләгән Вячеслав Стрижевский ҙа бүләкләнде.