1 марттан торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты үҙгәрә

Рәсәй Торлаҡ кодексына индерелгән төҙәтмәләргә ярашлы, хәҙер торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү ваҡыты айҙың 10-сы көнөнән 15-енә күсерелә. Ваҡытында түләү коммуналь ресурстар: электр уты, һыу, йылылыҡ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итергә һәм ваҡытында ремонт үткәрергә мөмкинлек бирә. Бынан тыш, был пеня өҫтәлеүгә, хеҙмәт күрһәтеүҙе туҡтатыу һәм суд процестарын булдырыуға юл ҡуймай.