Был турала Радий Хәбиров үткән шәмбе ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән дөйөм ятаҡ эшмәкәрлеге менән танышҡас белдерҙе. Республика башлығы Башҡорт дәүләт медицина университетында уҡыусы студенттар менән осрашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 йәшлек үҫмер ятаҡҡа үтеп инеп бер полиция хеҙмәткәрен һәм дүрт сит ил студентын йәрәхәтләне. Ҡулға алыу мәлендә ул үҙенә лә зыян килтергән. Әле биш кеше дауаханала ҡала. Радий Хәбиров студенттар менән аралашты, уларҙың йәшәү шарттары менән танышты.