Яугирҙар тураһында хәстәрлек менән. Дәүләкән ҡалаһының «Үҙебеҙҙекеләр өсөн» хәйриәлек оҫтаханаһы ҡеүәтле производствоны хәтерләтә. Өс йыл эсендә ирекмәндәр 20 мең квадрат метрлыҡ маскировка селтәрҙәре һәм 300-гә яҡын дронға ҡаршы юрған оҙатҡан. Шулай уҡ ошо ваҡыт эсендә улар төрлө костюмдар теккән, окоп шәмдәре ҡойған, үлән сәйҙәрен әҙерләгән. Башлыса, хаҡлы ялда булған ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр йөрөй. Эшкә йәш ҡамасауламай, ти ирекмәндәр.
Әле хәйриәлек оҫтаханаһының ике филиалы эшләй, улар Дәүләкән ҡалаһының Социаль фондында һәм Рассвет ауылында урынлашҡан. Яңыраҡ хәрби частәрҙең береһе Дәүләкән ҡалаһы ирекмәндәр төркөмөн «Махсус хәрби операцияға ярҙам өсөн» миҙалы менән бүләкләгән.