Бөгөн Өфөлә «Евразияның күп мәҙәниәтле киңлегендә фольклор: башланғысынан хәҙерге көнгә тиклем» тип исемләнгән Халыҡ-ара түңәрәк өҫтәл үтте. Ул билдәле фольклорсы-ғалим, филология фәндәре докторы Фәнүзә Нәҙершинаның юбилейына арналды. Башҡортостан фәндәр академияһы стратегик тикшеренеүҙәр институты тарафынан түңәрәк өҫтөлдә ҡатнашыусыларҙы тура эфир аша Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан ғалимдары ла сәләмләне. Сит ил белгестәре Фәнүзә Айытбай ҡыҙының фольклор ғилемен үҫтереүгә индергән өлөшөн баһаланы, донъяуи кимәлдә танылған ғилми хеҙмәттәренә айырым туҡталды. Доклад менән сығыш яһаусыларҙы ғалимә үҙе лә трансляция аша ихлас тыңланы.
Фәнүзә Айытбай ҡыҙының күптән түгел «Йырҙарҙа халыҡ тарихы» һәм «Башҡорт халҡының йыр сәнғәте» тип исемләнгән ике китабы нәшер ителде. Бөгөн дә фольклорсы-ғалимә ғилми эҙләнеүҙәр өҫтөндә.