Алексей Василевский «Йондоҙҙар матчы»нда «Иң яҡшы буллит» номинацияһында еңеү яуланы

Алексей Василевский Континенталь хоккей лигаһының «Йондоҙҙар матчы»нда «Иң яҡшы буллит» номинацияһында еңеү яуланы. Хоккей һөйөүселәр күпселек тауыш менән башҡорт музыка ҡоралы менән башҡарылған буллитты һайланы.

Екатеринбург боҙ һарайында «Әй йола» төркөмөнөң «Һомай» йыры яңғырай. Популяр йырға ҡушылып башҡорт бүрегендәге һаҡсы ҡурайҙа уйнай башлай. Моңло тауышҡа голкипер бар донъяһын онотоп бейергә тотона. Бындай мөмкинлек менән файҙаланып Алексей буш ҡапҡаға гол индерә. Иң яҡшы булитты ул Семён Вязовой менән килешеп башҡарҙы. Бының өсөн Алексей Василевский ҡапҡа һаҡсыһына башҡорт балы бүләк итте. Әйткәндәй, «Йондоҙҙар матчы»нда «Салауат Юлаев клубының тағы ла бер вәкиле Александр Жаровский ҡатнашты.