Баймаҡта мәктәп уҡыусылары араһында «Йәгеҙ әле, егеттәр!» смотр-конкурсы ойошторолдо

Баймаҡ ҡалаһы һәм районы мәктәптәре уҡыусылары араһында «Йәгеҙ әле, егеттәр!» смотр-конкурсы ойошторолдо. Ҡаланың 4-се лицейының спорт залында уҙған сара хәрби-патриотик тәрбиә айлығы сиктәрендә үтте. Теманы Рүзилә Ғүмәрова дауам итә.

Райондың юғары класс уҡыусылары иң яҡшы һәм көслөегеттәр командаһынасыҡланы.Буласаҡ Ватан һаҡсыларысафта тороу, маршта йөрөү һәм командаларҙы үтәү буйынса оҫталығын күрһәтте. Эстафета, автоматты һүтеп-йыйыу, атыу һәм противогазды тиҙлеккә кейеүҙә лә һынатманы улар.

Көсөргәнешле, сәмле бәйгенең һөҙөмтәләрен һәр кем тулҡынланыу менән көттө. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса 3-сө урын Темәс, 2-се урын Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбенә бирелде. Беренсе урынғабөтә һынауҙарҙы уңышлы үткән Өмөтбай ауылы командаһы лайыҡ булды.

Рүзилә Ғүмәрова