Шишмә районында «Яңы йыл ғаилә уйындары» фестиваленең төбәк этабы үтте

Сарала марафондың мәктәп һәм муниципаль кимәлен үткән ике йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты. Улар дүрт этаплы эстафетаны үтеп, оҫталыҡ, тиҙлек, көс һәм берҙәмлек күрһәтте.

Көсөргәнешле, әммә дуҫтарса көрәштә иң яҡшы өсәү билдәләнде. Улар иҫәбенә Ҡариҙел районынан, Нефтекаманан һәм Бәләбәйҙән ғаиләләр инде. Еңеүселәр республика шифаханаларына юллама менән бүләкләнде. «Яңы йыл ғаилә уйындары» фестивале 2019 йылдан алып «Балалар спорты» партия проекты менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының халыҡ программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарыла.