Радий Хәбиров Өфөлә Башҡортостан ҡала мәктәптәре директорҙары менән осрашты

Унда хәүефһеҙлек темаһы ҡаралды. - Мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек системаһын яҡшыртырға кәрәк. Беҙ балаларҙы яҡларға бурыслы. Уларҙың һаулығы, ғүмере төрлө хәүефтәргә алдан уҡ әҙер булыуға бәйле. Ике бурыс ҡуйылған. Беренсеһе - мәктәп биләмәләрен һаҡлау. Бының өсөн өҫтәмә аҡса бүленәсәк. Икенсеһе - хәүефһеҙлек тәьмин итеү буйынса техник сараларҙы яңыртыу эше дауам итәсәк. Мәктәптәр уҡыусы өсөн хәүефле булған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, шул иҫәптән балаларҙы йәберләү күренештәренә юл ҡуймау буйынса ла баһаланасаҡ, тине Радий Хәбиров.