Балалар хәүефһеҙлеге тураһында закондар менән эш буйынса төркөм булдырылды

Уны Республика парламенты рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина етәкләй. Составына Дума һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре, тәртип һаҡсылары инде. - Балалар хәүефһеҙлеге буйынса комплекслы эш кәрәк. Биналарҙа  тәртип һаҡлау менән бергә, коллективтарҙа психологик эш алып барылырға тейеш, ауыр хәлдә булған үҫмерҙәрҙе асыҡларға кәрәк  Эшсе төркөм тиҙ арала хәлде баһалап, аныҡ тәҡдимдәр индерә,  шул иҫәптән төбәк ҡануниәтенә  төҙәтмәләр ҡабул итеү мөмкинлеге ҡарала  тине парламент спикеры Константин Толкачев.