Башҡортостанда 18 йәшлек наркотик һатыусыға 20 йыл төрмә янай

Өфөлә транспорт полицияһы тыйылған матдәләрҙе таратыусыны тотҡан. Бәләбәй районы Приютов ауылында йәшәүсе ҡулға алынған. Ул кредит бурысын түләү өсөн законһыҙ юлға баҫҡан. Өфөгә күсеп киткән, махсус курстар үткән, наркотиктарҙы һатыу өсөн әҙерләү менән шөғөлләнгән. Хәҙер суд ҡарары  көтөлә.