Быйыл Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешенең хаҡлы ялға сығыу мөмкинлеге була

Был турала Социаль фондтың республика буйынса бүлексәһенән хәбәр итәләр. Быйыл пенсия 1962 йылда тыуып 64 йәшкә еткән ирҙәргә һәм 1967 йылғы  ҡатындарға 59 йәштән тәғәйенләнә. Мотлаҡ шарт хеҙмәт стажы 15 йылдан кәм булмаҫҡа тейеш. Пенсия алыуға ғариза хаҡлы ялға сығыу ваҡытына тиклем бер ай алдан бирелә.