ӨДНТУ-ла «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды төбәк филиалы аудиторияһы асылды

Өфө дәүләт нефть техник университетында «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды төбәк филиалы аудиторияһы асылды. Аудиторияны асыуҙа вуз етәкселеге, студенттар ҡатнашты. Ватанды һаҡлаусылар дәүләт фондының төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һәм социаль координаторҙар йәштәр менән осрашып ил иңендәге бурыстар, илһөйәрлек темаһына һөйләште. Университет махсус хәрби операция хәрбиҙәренә ярҙам йүнәлешендә әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Шулай уҡ йыйылышта «Башҡортостан. Геройҙар.» китабының исем туйы үтте.