«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Ашҡаҙар» радиоһы тыуған көнөн билдәләне

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Ашҡаҙар» радиоһы тыуған көнөн билдәләне. Осрашыу Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана менән берлектә ойошторолдо.

«Ашҡаҙар»-тәүлек әйләнәһенә тик башҡорт телендә генә һөйләгән моңло радио. Тәүге тапҡыр бынан 16 йыл элек, 2010 йылдың 7 февралендә эфирға сыға. Ул үҙенең төп йүнәлеше-әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт, тарих һәм рухиәт темаларына тоғро ҡала. Осрашыуға төрлө йылдарҙа «Ашҡаҙар»ҙа тапшырыуҙар алып барған күренекле шәхестәр, эфир ҡунаҡтары, радио тауышы булған билдәле артистар, конкурс еңеүселәре саҡырылды. Улар хәтирәләре менән уртаҡлашты, йыр-шиғырҙарын бүләк итте. «Ашҡаҙар» хеҙмәткәрҙәре лә үҙ һәләттәрен күрһәтте. Бындай аралашыу, тәү сиратта, анализ яһар, киләсәккә йүнәлеш билдәләр өсөн кәрәк, ти журналистар. Кисәлә Республика халыҡ ижады үҙәге, Зәйнәб Биишева исемендәге «Башҡортостан» китап нәшриәте менән берлектә яңы проекттар булдырырға ҡарар ителде.