Мырҙалар ҡорға йыйылды. Тәүге тапҡыр ойошторолған сара Салауат районында, мырҙалар ырыуының иң ҙур ауылдарының береһе-Арҡауылда үтте. Әйткәндәй, арҡауылдар быйыл «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ла ҡатнаша.
Йыйынға Мырҙалар ырыуы вәкилдәре йәшәгән 13 ауылдан 200-гә яҡын делегаттар саҡырылды. Йыйындың ғилми-ғәмәли өлөшөндә тарихсылар мырҙалар өсөн мөһим тарихи мәғлүмәттәр, ғилми тикшеренеүҙәр менән таныштырҙы. Сығыштарҙан һуң Мырҙалар ырыуының эштәрен Салауат районында алып барыу өсөн ҡор башы, уның ярҙамсыһы һәм Совет һайланды, йыйындың резолюцияһы буйынса фекер алышыу үтте, резолюцияға тәҡдимдәр индерелде. Советҡа был ырыу халҡын тәшкил иткән 13 ауыл старосталары, әүҙем йәмәғәтселәр һайланды. Ҡунаҡтар Арҡауыл клубында урынлашҡан тыуған яҡты өйрәнеү һәм Арҡауылда тыуып-үҫкән данлыҡлы көрәшсе Харис Йосоповтың музейын ҡараны, Мырҙалар ырыуы оҫталарының ҡул эштәре, шәжәрәләре, кейем өлгөләре һәм махсус хәрби операция ҡаһармандарына арналған күргәҙмә менән танышты.