Иглиндә ләләләр сәскә атҡан. Илизә Мостафина менән Рөстәм Фәттәховтың ғаилә бизенсы сәскәләр үҫтереү менән бәйле. Ябыҡ теплицала улар 250 мең төп үҫенте ултыртҡан. Таждары асылғаны Ғашиҡтар көнөнә ҡарай ҡырҡыла. Февралдә уңыш йыйыусы эшҡыуарҙар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Бер урында төрлө төҫтәр палитраһы йыйылған. 10 йыл ләлә сәскәләрен үҫтереү менән шөғөлләнгән Илизә Мостафина менән Рөстәм Фәттәховтың теплицаһында был юлы ла күҙ яуын алырлыҡ күренеш. Ике ҡатлы кәштәләрҙә йәмғеһе 250 мең сәскә тажын асҡан.
Тәбиғи шарттарҙа ләлә күпкә һуңғараҡ сәскә ата. Уларҙың өлгөрөү ваҡытын күсереү Ғашиҡтар көнө, 8 март байрамдарына ҡарай ихтыяж артыуға бәйле. Февраль-мартта уңыш йыйыр өсөн теплицала билдәле шарттар булдырыу мөһим. Был тәү сиратта, температура, дымлылыҡ күрһәткестәренә ҡағыла. Шулай уҡ ләләләр тәүлегенә 6 сәғәт тирәһе яҡтылыҡ лампалары аҫтында ултыра, ти хужалыҡ етәксеһе.
600 квадрат метр майҙанда ләләләрҙең 34 сорты үҫә. Улар махсус рәүештә Голландиянан алынған. Әйткәндәй, сәскәләрҙе ҡырҡҡандан һуң, һуғанбаштар таҙартыла һәм киптерелә, ә көҙ һатыуға сығарыла.
Сәскә үҫтереүҙең әле иң мәшәҡәтле һәм яуаплы осоро. Ләләләрҙе өҙгәндән һуң, уларҙан матур гөлләмәләр яһап, йәшниктәргә тултырып өлгөрөргә кәрәк. Улар республиканың төрлө район-ҡалалары магазиндарына тарала.
Хужалыҡта эш йыл әйләнәһенә бара. 8 март байрамы үтеү менән бында баҡса сәскәләре, йәшелсә-емеш үҫентеләрен күсеп ултыртыу планлаштырыла. Әле улар үҙ сиратын бәләкәй теплицала көтә.
Әлфинә Килдейәрова