12-13 февралдә ил төбәктәренән 200-гә яҡын яугир-ветеран Өфөлә йыйыла. Унда Ассоциацияның Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында ойошторасаҡ сараларына старт бирелә. Йыйындың төп темаһы - дәүләт суверенитеты нигеҙе булараҡ халыҡтар дуҫлығы. "Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәһендә яңғыраған бик мөһим һүҙҙәр - "Барыһы ла Еңеү өсөн!" тип башланған йылда Ассоциация йыйынын ҡабул итеү беҙҙең өсөн оло хөрмәт. Бөгөн беҙҙең төп бурыстар - ветерандарҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу, уларға ярҙам күрһәтеү һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреү. Башҡортостан - ветерандар менән системалы эшләү буйынса лидер, был йыйын иң яҡшы тәжрибә менән уртаҡлашыуға ҙур этәргес буласаҡ", - ти Республика Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов.