Республика халҡының 17 проценттан ашыуы тәмәке тарта. Был Рәсәйҙәге күрһәткестәрҙән бер аҙ кәмерәк, тип белдерәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Башҡортостанда 3350 кеше наркологик хеҙмәт иҫәбендә тора. Тәмәке тартыу үпкә яман шешенә төп сәбәпсе, ти белгестәр. Республикала уҙған йыл профилактик күҙәтеү барышында 2400-гә яҡын онкологик ауырыу асыҡланған. Яман ғәҙәттән арыныу, сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында профилактик саралар уҙғарыла.