Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғының төбәк идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, күп йыллыҡ күҙәтеүҙәргә ярашлы, сир йоҡтороусылар уртаса күрһәткестәрҙән күпкә аҙыраҡ. Ауырыусыларҙың яртыһы 14 йәшкә тиклемге балалар. Вирустар араһында A(H3N2) штампы өҫтөнлөк итә. Республикала 2 миллион ярым кеше грипҡа ҡаршы прививка яһатҡан.