Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры яҙын “Һинд легендаһы”н тамашасыларға тәҡдим итергә йыйына. Спектаклдең режиссеры –Ольга Шәрәфетдинова. “Рамаяна” эпосы буйынса “Һинд легендаһы” ҡурсаҡ театрында тәүге тапҡыр 1987 йылда ҡуйыла. Спектакль Һиндостанда өс тапҡыр күрһәтелә.