Бында яңы балалар поликлиникаһы асылды. Медицина учреждениеһы "Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер" милли проекты буйынса төҙөлгән. Ике ҡатлы бинала 12 педиатрия бүлеге урынлашҡан, массаж, ултратауыш, рентген кабинеттары бар. Учалыла 14 мең балаға медицина ярҙамын күрһәтеү сифаты яҡшыра. - Бында яҡшы ҡоролмалар. Тулы штат, педиатр һәм табиптар бар. Яҡшы микрорайонда, күптән түгел мәктәп файҙаланыуға тапшырылды, - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы Учалы үҙәк дауаханаһының хирургия корпусы төҙөлөшө менән дә танышты. Бында эштәрҙе быйыл тамамлау планлаштырыла. Төҙөлөш 2019 йылда башланған.
Учалы ҡалаһында коррекцион мәктәп-интернат корпусы ремонтлана. Республика Башлығы Радий Хәбиров эштәр барышын ҡараны. Мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн учреждение 1997 йылда асылған. 2024-2025 йылда "Мәғариф" милли проекты буйынса икенсе корпус капиталь төҙөкләндерелгән. Быйыл 1-се корпуста ремонт башланған. Бының өсөн 23 миллион һум ҡаралған. Эштәр 1 авгусҡа тиклем тамамланырға тейеш.
Бөгөн Радий Хәбиров Учалы районында махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән осрашты. Илнур Игелеков, Евгений Волков, Рәмил Ғәләүетдинов, Дмитрий Заварихин, Владислав Мальцевтың генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы.