Пилотһыҙ осоу аппараттары өсөн "Урал аръяғы" тигән полигон булдырыла

Уны быйыл асыу планлаштырыла, тип хәбәр итәләр республика хөкүмәтенән. Дрон порттары өсөн инфраструктура 35 мең квадрат метр биләмәне алып тора. Бынан тыш, "Пилотһыҙ авиация системалары" милли проекты буйынса 20 компания фәнни-етештереү үҙәге итеп берләштерелә. - Мәғариф үҙәге булдырыу планлаштырыла. Бында яңы программалар әҙерләгән, пилотһыҙ системалар буйынса ярыштар уҙғарыла, хәрби ветерандар һөнәр өйрәнә, яңы технологиялар ҡулланыласаҡ.