Айыҡ ауыл республика конкурсы яңы йолалар менән байытыла. Күптән түгел проектта ҡатнашыусы Баймаҡ районы Мерәҫ ауылы менән Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылы дуҫлыҡ күпере булдырҙы. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рүзилә Ғүмәрова әҙерләгән яҙмала.
Мерәҫ ауылы халҡы Ғәҙелгәрәйҙәрҙе ихлас ҡаршы алды. Мәҙәниәт йортонда ҡунаҡтар өсөн «Хәнифәкәй» ансамбле, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы ағзалары ҡул эштәренән торған бай күргәҙмә тәҡдим итте, ауыл тарихын һаҡлаған музей менән таныштырҙылар. Ирекмәндәр төркөмө маскировка селтәрен үреү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.
«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә, Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылының үҙешмәкәр артистары Мерәҫ халҡына сағыу, бай йөкмәткеле концерт төғдим итте. Ике ауыл хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.
Бөрйәндәр халыҡ йырҙары, бейеүҙәре һәм театрлаштырылған тамашалары менән сығыш яһап үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте. Сара йылы һәм дуҫтарса мөхиттә үтте һәм үҙ-ара аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән бик яҡшы майҙансыҡ булды.
Рүзилә Ғүмәрова