Коллегабыҙ, журналист Гүзәл Ситдиҡова халыҡ-ара конкурста еңеү яуланы. Баш ҡалалар һәм эре ҡалаларҙың халыҡ-ара ассамблеяһы үткәргән 14-се Халыҡ-ара журналистар конкурсында 4 ил һәм 30 ҡала ҡатнашты. «Бергә еңдек» тип аталған был конкурс-конференция Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Гүзәл Ситдиҡованың БСТ каналында барған «Махсус репортаж»дарында Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына бәйле журналист эҙләнеүҙәре конкурстың «Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ» тигән төп номинацияһында жюри тарафынан юғары баһаланып, еңеүселәр рәтенә инде. Быға тиклем ул Краснодарза Борис Мәҡсүтов исемендэге Бөтә Рәсәй конкурсында 400 журналист араһында 6 енеүсенең береһе булды.