Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы яугирҙарға гуманитар йөк әҙерләне

Махсус хәрби операцияға ярҙамды Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһы табибы Андрей Спиридонов оҙатып бара. Ул 2022 йылдан Донбасҡа командировкаға сыға, хәрбиҙәргә ашығыс ярҙам күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Йөк составында табиптар һорауы буйынса медикаменттар, генераторҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар тупланған. Ярҙам әҙерләүгә республика фтизиопульмонология үҙәге һәм Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһының  профсоюз ойошмалары ҡушылған. Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы рәйесе Рауил Халфин һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республика һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең профсоюз ойошмаһы махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙарға 115 тапҡыр гуманитар ылау тапшырған.