Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡ арта

Был тема республика парламентында ҡаралды. Рәсәй хөкүмәте ҡарарына ярашлы, түләү суммаһы ғәҙәттәгесә июлдән түгел, октябрҙән күтәрелә. Республика тарифтар буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы ставка Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт менән килешеп билдәләнгән. Хаҡ артыуын ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың  инфраструктураны  яңыртыу буйынса сығымдары менән аңлаталар. Башҡортостанда тарифтар уртаса 10,7 процентҡа күтәреләсәк.