Башҡортостанда кибермутлашыуслыарҙын зыян миллиард һумға кәмегән

2025 йылда республикала мәғлүмәт-элемтә технологияларын ҡулланып 23 меңдән ашыу енәйәт ҡылғандар. 3 миллиард 700 миллион һумлыҡ зыян килгән. Был турала Республика  буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итәләр. Мутлашыусылар йыш ҡына инвестиция менән табыш алыу, аҡсаны Украинаға күсереүҙән һаҡлап ҡалыу, сим-картаны ҡулланыу ваҡытын оҙайтыу, элек урланған аҡсаны ҡайтарыу һылтауы менән халыҡты алдай.