Радий Хәбиров Учалы районынан махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙың ғаиләләре менән осрашты

Шулай уҡ бөгөн Радий Хәбиров Учалы районынан махсус хәрби операцияла һәләк булыусыларҙың ғаиләләре менән осрашты. Республика етәксеһе яугирҙарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандары Радий Хәбировҡа ғаиләләргә иғтибар һәм проблемаларҙы хәл итеүҙә шәхсән ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Башҡортостанда был категория граждандарына ярҙам сараларының киң комплексы эшләй, тип билдәләне төбәк башлығы.