Ҡоролтайҙың күсмә ултырышы тарихи йортта үтте

Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты сираттағы ултырышын күсмә форматта, Башҡортостан Яҙыусылар союзында уҙғарҙы.

Яҙыусылар союзы Өфө үҙәгендәге тарихи йортта урынлашҡан, тап ошо бинала Башҡортостан гимнының һүҙҙәре яҙылған, әҙәбиәтебеҙҙең алтын фонды булған әҫәрҙәр тыуған. Арҙаҡлы әҙиптәребеҙҙең эҙҙәрен һаҡлаған боронғо йорт һуңғы йылдарҙа яңырыу осоро кисерә, былтыр ул капиталь ремонттан һуң ишектәрен асҡан. Депутаттарға ултырыш алдынан Яҙыусылар Союзы буйлап экскурсия ла ойошторолдо. Комитет ултырышында Парламенттың 26 февралдәге пленар ултырышына сығарыласаҡ закон проекттары тикшерелде. Ҡануни документтар араһында Һайлау тураһындағы кодексҡа үҙгәрештәр индереү, граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса закон проекттары бар. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов ижади ойошманың эшмәкәрлеге тураһында доклад менән сығыш яһаны. Депутаттар әйтеүенсә, ултырыштарҙы күсмә форматта ойоштороу бик һөҙөмтәле, көнүҙәк мәсьәләләр, һорауҙар менән урында танышырға мөмкин.