Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Рәсәйҙең пилотһыҙ осоу аппараттарының иң көслө 5 программисы исемлегендә. Дамир Камалетдинов спорттың технологик төрҙәре буйынса бөтә Рәсәй ярыштарында көмөш миҙал яуланы. Дрондар ҡораусы, 3Д принтерҙа деталдәр эшләгән һәләтле студент менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты.
Бындай дрон ярҙамында обьекттарҙы һаҡларға, тирә-яҡты күҙәтергә мөмкин. Дамир Камалетдинов тиҫтәнән ашыу пилотһыҙ осоу аппараттарын йыйған. Беренсе курста ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, Дамир пилотһыҙ осоу аппараттарының иң яҡшы программистары иҫәбендә федераль кимәлдә танылыу яулаған. Дамир Камалетдиновтың инженеринг менән ҡыҙыҡһыныуы ғаиләнән. Инженер олатаһы ейәнендә бала саҡтан техникаға һөйөү тәрбиәләгән.
Әлеге ваҡытта Дамир Өфө фән һәм технологиялар университетының электротехник инжиниринг институты базаһында DroneTech студенттар конструкторҙар бюроһын етәкләй. Үҙе кеүек осоу аппараттарын өйрәнеүсе фекерҙәштәр командаһы менән бергә эксперименталь проекттар менән шөғөлләнә.
Шулай уҡ Өфө фән һәм технологиялар университетының хәрби уҡыу үҙәге базаһында пилотһыҙ осоу апараттары операторы һөнәре буйынса уҡытыу алып барыла. Студенттар пилотһыҙ аппараттар менән идара итеү һәм дрондарҙы хеҙмәтләндереү серҙәрен өйрәнә. Бында хәрби бәрелештәрҙә тәжрибә тулаған офицер Павел Морозов программаһы буйынса яңы һөнәр үҙләштерәләр.
Уҡыу курсы оборона министрлығы менән килешеү нигеҙеңдә башҡарыла. Быйыл университет пилотһыҙ аппараттарҙың яңы төрҙәрен һатып алыуға аҡса бүлгән. Әлегә студенттар ысын техникаға оҡшаш симуляторҙарҙа күнекмәләр яһай.
Гүзәл Борханова