«Башҡортостан продукты» проектының яңы дипломанты. «Смена вкуса» предприятиеһы икмәк, кондитер изделиелары, һөт продукцияһы етештерә. Һуңғыһы әлеге ваҡытта мөһим етештереү йүнәлештәренең береһе булып тора. Ойошманың һөт цехы эшмәкәрлеге менән беҙҙең ижади төркөм танышты. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Пастеризация һәм нормалләштереү этаптарын үткән һөт махсус һауыттарға ҡойола. Бында буласаҡ сыр кәрәкле температураға тиклем ҡайнатыла.
Эре борсаҡты хәтерләткән филата пастаһынан бер нисә төр сыр килеп сыға. Һөт цехы технологы Альбина Сабитова шунда уҡ шыма һәм һығылмалы массанан моцарелла һәм буррато эшләргә тотона. «Иң яҡшы сыр бешереүсе» исемен алған оҫтаға был эште атҡарып сығыу бер ни тормай.
3 йыл элек ойошторолған «Смена вкуса» предприятиеһының һөт цехында 40-тан ашыу продукция етештерелә. Уларҙың һәр бер этабы лаборатория күҙәтеүе аҫтында.
Сеймал өсөн сифатлы һөт ҡулланыу-төп принциптарҙың береһе. Бының өсөн урындағы ҙур фермер ойошмаларының береһе менән хеҙмәттәшлек төҙөлгән. Һөт цехынан тыш, ойошмала икмәк һәм кондитер изделиелары, ярымфабрикаттар цехы эшләй. Продукция компанияның фирмалы магазиндарында һатыла.
Производство ҡеүәтен арттырған ойошма былтыр декабрҙә«Башҡортостан продукты» проектына ингән. Был «тауар билдәһе» продукцияның сифатын һәм хәүефһеҙлеген иҫбатлай.
Әлеге ваҡытта республикала 900-гә яҡын ойошма «Башҡортостан продукты» дипломанты. Улар дөйөм алғанда 35 меңдән ашыу төр продукция етештерә.
Әлфинә Килдейәрова