Өфөлә Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге һәм Башҡортостанда ҙур һәм татыу ғаилә йылдарын рәсми асыу тантанаһы үтте. Ҡала мәҙәниәт һарайында «Беҙ-бер ғаилә» исеме аҫтында ойошторолған сара фойенан уҡ башланды. Унда тиҫтәләп милли-мәҙәни ихаталар күргәҙмәһе менән бергә, «Ватанды һаҡлаусы атаһы» фотопроекты эшләне. Байрам Халыҡтар дуҫлығы йортона ҡараған ижади коллективтар сығышы менән үрелеп барҙы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.