Башҡортостанда былтыр 91 меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән. Был турала бөгөн Республика прокуратураһының киңәйтелгән ултырышында белдерелде. Сарала Радий Хәбиров ҡатнашты.
Башҡортостан башлығы билдәләүенсә, прокуратура ҡануниәт һәм тәртип, граждандарҙың иркен һәм хоҡуғын һаҡлау гаранты булып тора. Һеҙ көндәлек фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ менән кешеләрҙең законға ышанысын нығытаһығыҙ, тине Радий Фәрит улы. 2025 йылғы эш һөҙөмтәләренән күренеүенсә, прокуратура тарафынан 47 меңдән ашыу акт индерелгән, улар граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙергә, етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ярҙам иткән. Йәғни, хеҙмәт хаҡы буйынса 650 миллион һум бурыс ҡапланған, намыҫһыҙ эш биреүселәргә ҡарата 55 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Прокуратура милли проектттарҙы тормошҡа ашырыуҙы ла контролдә тота, хоҡуҡ һағында тороусылар ярҙамы менән 9 мөһим социаль объект файҙаланыуға тапшырылған. Шулай уҡ прокуратура хеҙмәткәрҙәре енәйәтселекте кәметеү буйынса һөҙөмтәле эш алып бара. Тәүге тапҡыр мәғлүмәт-теллекоммуникация технологияларын ҡулланып эшләнгән енәйәттәр кәмегән. Радий Хәбиров прокуратура хеҙмәткәрҙәренә махсус хәрби операция яугирҙарының хоҡуҡтарын яҡлау буйынса эшмәкәрлеге өсөн рәхмәт белдерҙе һәм ғаиләне, ғаилә ҡиммәттәрен, милләт-ара татыулыҡты нығытыу буйынса мөһим эштәр тороуын билдәләне.
Башҡортостан прокуроры Игорь Пантюшин үҙ сығышында 2025 йылдағы төп эш күрһәткестәренә туҡталды. Хоҡуҡ һағында тороусылар тарафынан федераль ҡануниәтте боҙоу, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, коорупцияға ҡрашы көрәш, граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстарҙы ҡайтарыу, дарыуҙар тәьминәте буйынса эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлек алып бара. Игорь Пантюшин һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек өсөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе.