Республикала ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыуға айырыуса иғтибар бүленә

Был эш «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли проектының маҡсаттарына ярашлы алып барыла. Һәм бында «Росагролизинг»-беҙҙең төп партнер тип яҙҙы социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы. Төбәктәге ауыл хужалығы техникаларының 28 проценты дәүләт лизингы компанияһы ярҙамында һатып алынған. Был күрһәткес буйынса беҙ илдең иң яҡшы 5 субъекты иҫәбендә. Тап бөгөн компания үҙенең сирек быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Был ваҡыт эсендә беҙҙең аграрийҙар 29 миллиард һумға 5 мең ярым берәмек ауыл хужалығы техникаһы алған. Былтыр йәй Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында компания етәкселеге менән машина-технологик станциялар селтәрен булдырыу тураһында һөйләшеп килешелде. Республика яғынан лизингҡа техника һатып алыусылар өсөн субсидиялау программалары әҙерләнә. «Росагролизинг»ты матур дата менән ҡотлайым. Бергәләп алға барабыҙ, тип яҙған Башҡортостан етәксеһе.