Уларға төп геройҙарыбыҙ-махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары саҡырыла. Байрамға әҙерләк мәсьәләләре хөкүмәттә уҙған ойоштороу комитетының сираттағы ултырышында тикшерелде. Сәнғәт оҫталары ҡатнашлығында концерттар, мәңгелек утҡа, һәйкәлдәргә һәм обелисктарға сәскә һалыу 20-23 февралдә үтәсәк. Шулай уҡ традицион илһөйәрлек, күмәк спорт саралары, батырлыҡ дәрестәрен үткәреү ҡаралған. Байрам ойошторолған урындарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн Эске Эштәр министрлығы, Росгвардия һәм шәхси һаҡ ойошмалары хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә.